Башҡортостанда бөгөн, Яңы йыл төнөндә автобустар сәғәт өскә тиклем йөрөй

  Был турала  Транспорт һәм  юл хужалығы  министрлығынан хәбәр итәләр.  11 ғинуарға  тиклем пассажир транспорты  ял көнө графигы  буйынса сыға. Өфө һәм  Стәрлетамаҡта  автобус һәм троллейбустар иртәге  6-нан  киске унға  тиклем  йөрөргә  тейеш. Ҡала  яны поездары  ла  каникул  ваҡытында  ял һәм байрам көндәрендәге  эш режимы  буйынса  ҡуҙғала.