Рәсәй президенты Владимир Путин - һәр ваҡыт тулҡынланыу һәм өмөттәр менән байрамды көтөп алабыҙ. Уның йылыһын туғандар һәм яҡындарға өләшергә тырышабыҙ, - тип яҙа. Беларусь республикаһы президенты Александр Лукашенко Белоруссия һәм Рәсәй араһында хеҙмәттәшлектең үҫешә барыуына ышаныс белдерә. Премьер-министр Михаил Мишустин Яңы йылдың Рәсәй һәм һәр беребеҙ өсөн уңышлы булыуын теләне. Президенттың Волга буйы округындағы вәкиле Игорь Комаров уҙып барған йылдың емешле булыуы тураһында яҙа. - Яңы етештереү линиялары, мәктәп һәм поликлиникалар асылды, юлдар, парктар төҙөлдө. Ауыл һәм ҡалалар тәртипкә килтерелде. Һәр проект - меңәрләгән кешенең хеҙмәте, ныҡышмалылыҡ һәм ышаныс емеше, ти Игорь Комаров.