"Экология" милли проекты буйынса билдәләнгән эштәр 4 процентҡа арттырып үтәлгән. Үҫентеләрҙең күбеһе Йылайыр, Баймаҡ, Учалы һәм Нуриман райондарында ултырытлған. Урман хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, быйыл республикала яңы комплекс төҙөү планлаштырыла. Бында йыл һайын 1 миллион 200 мең үҫенте әҙерләү мөмкинлеге була.