Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ яңыртыла

Башҡортостанда торлаҡ-коммуналь хужалыҡты яңыртыу  өсөн бер йылда 1 миллиард 200 миллион һум аҡса тотонолған. Коммуналь селәтрҙәрҙә тәртипкә килтереү буйынса ҙур эш алып барыла. Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Ирина Голованова белдереүенсә, тотонолған аҡсаның күбеһе  - федераль ҡаҙна өлөшө.  Яңыртыу программаһы быйыл дауам итә.  Бының өсөн  1 миллиард  100 миллион  һум ҡаралған.