Яңы йыл каникулында хәмер һатыу сикләнде

Республика парламентының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, бындай норма  бер нисә  көн  ғәмәлдә була. Бөгөн спиртлы эсемлектәрҙе сәғәт 8-ҙән 5-кә тиклем алырға мөмкин. 4, 5 һәм 6 ғинуарҙа һатып алыу ваҡыты сәғәт 10-дан 5-кә тиклем билдәләнгән. Башҡа көндәрҙә хәмер ғәҙәти тәртиптә һатыла. Законды боҙоусылар өсөн ҙур штраф ҡаралған.