Рейтингты Төбәктәр сәйәсәте үҫеше фонды әҙерләгән. Беҙҙең республика Мәскәү, Санкт-Петербург һәм Татарстан менән бергә иң уңышлы һәм тотороҡлолар исемлегендә. Башҡортостанда һөҙөмтәле идара системаһы булдырылған. Шулай уҡ ҙур инвестиция проекттарын ғәмәлгә ашырыу өсөн федераль ярҙам йәлеп ителә, халыҡ-ара бәйләнештәр нығына, ти үҙәк аналиктары.