"Ауыл тренеры" проекты буйынса иң яҡшыларға йыл һайын 22 сертификат тапшырыла. Ошо турала документҡа премьер-министр Андрей Назаров ҡул ҡуйҙы. Субсидия алыуға кандидаттың урта һәм юғары һөнәри белеме булырға тейеш. Шулай уҡ уның ойошмала кәмендә биш йыл эшләү тураһында йөкләмә алыуы шарт. Хеҙмәт килешеүе өҙөлһә, субсидияны тулыһынса, йә өлөшләтә ҡайтарырға кәрәк була.