Башҡортостанда Яңы йыл каникулы тамамланғансы янғынға ҡаршы махсус режим ғәмәлдә ҡала

Был осорҙа фейерверктарҙы махсус йыһазландырылған урындарҙа ғына ҡулланырға мөмкин. Ошо уҡ ҡағиҙә ут яндырыуға ла ҡағыла. Хәүефһеҙлек ҡағиҙәләренең теүәл үтәлешенә бәйле, республикала ведомство-ара профилактик рейдттар үтә. Ғинуарҙың тәүге көнөндә үк саралар Өфөнөң Дим биҫтәһенә ҡараған баҡсалылар ширҡәтендә ойошторолдо. Тәү сиратта белгестәр күп бала тәрбиәләгән һәм иҫәптә торған ғаиләләргә иғтибарға итте.