Өфөнөң Геном үҙәге нигеҙендә эшләп килгән «Мәктәп 21» белем биреү майҙансығы йыл йомғаҡтарын барланы

Мәктәп 21-ярты йыл элек үҙ ишектәрен асҡайны. Ошо ваҡыт эсендә 1 600 кеше айти өлкәһендә яңы һөнәр үҙләштергән. Проект етәкселеге һүҙҙәренсә, уҡыуҙарҙы үтергә теләүселәр өсөн сиктәр юҡ. Белем биреү программаларында һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр ҙә ҡатнаша ала. Яңы йылға «Мәктәп 21» ҙур маҡсаттар ҡуя. Уларҙың береһе-«БПЛА өсөн программа тәьминәтен яҙыу буйынса» уҡыу программаһын индереү.

мәғлүмәт технологиялары өлкәһендә белем алырға теләүселәр күп. Шуға күрә һайлап алыу интенсивына күберәк кеше ҡабул итә башлаясаҡбыҙ. Тағы бер яңылыҡ-уҡыу программалары өс аҙнан ике аҙнаға тиклем ҡыҫҡартыла. Был эшләп йөрөүселәргә уңайлы булыр тип ышанабыҙ.

Екатерина Подымова, «Мәктәп 21» директоры