Башҡортостанда Яңы йыл төнөндә 9 сабый донъяға килгән

Йыл менән йыл алышынған мәлдә тыуған балаларҙың дүртәүе малай, бишәүһе ҡыҙ. Тәүге бәпестәр куранттар һуҡҡанда, беренсе бер минутта Башҡорт дәүләт медицина университеты клиникаһында, Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһында һәм Республика клиник перинаталь үҙәгендә ауаз һалған. Сабыйҙарҙың ата-әсәләрен социаль селтәрҙәр аша Радий Хәбиров та ҡотланы. Республика башлығы был мөһим ваҡиға менән тәбрикләп, балаларға һәм уларҙың әсәләренә ныҡлы һаулыҡ теләне. БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.

Ангелина Бобылева икенсегә әсә булыу бәхетен кисерә. Беренсеһен тапҡандағы кеүек тулҡынланыуҙар бик үк һиҙелмәһә лә, баланың Яңы йылдың тәүге минуттарында уҡ донъяға килеүенә ҡыуанып бөтә алмай.

Табиптар әсәләр һәм сабыйҙарҙың һау-сәләмәт булыуын билдәләй. Әйткәндәй, Яңы йыл төнөндә республикала 9 сабый донъяға килһә, уларҙың икәүһе Республика клиник перинаталь үҙәгендә ауаз һалған.

Республика клиник перинаталь үҙәгендә аҡ халатлылар төнгө дежурҙан сығыуҙарына ҡарамаҫтан, әсәләрҙең күңелен дә күрергә тырышты. Ҡыш бабай һәм Ҡарһылыу кейемдәрендә улар ҡуян күстәнәстәрен өләште һәм иҫтәлекле бүләктәр ҙә таратты. Һәр ихлас теләктәргә ҡушып, бар бала табыу йорттарында әйтелгән девиз менән нығытып ҡуйҙы.

Азат Ғәлиуллин