Өфөлә махсус хәрби операция яугирҙарының ғаиләләре өсөн Яңы йыл байрамы үтте

Мөғжизә, тылсым һәм изгелек байрамы. Өфөнөң Октябрь районы хакимиәте махсус хәрби операция яугирҙарының ғаилә ағзалары өсөн Яңы йыл тамашаһы ойошторҙо. Сара Рус дүләт академия драма театрында үтте. Малай-ҡыҙҙар ойоштороусылар тарафынан әҙерләнгән уйындарҙа ҡатнашты, Ҡыш бабай һәм Ҡарһылыу менән бергә шыршы тирәләй йырҙар йырланы.

Байрам тамашалары аҙна дауамында барҙы. Уларҙың ҡайһы берҙәре «Нур» театрында ойошторолдо, сарала отпускаға ҡайтҡан махсус хәрби операция яугирҙары ла ҡатнашты. Шулай уҡ, алғы һыҙыҡҡа яңы йыл ылауы әҙерләнә. Ошо көндәрҙә йөк машиналары һәм квадракоптерҙар оҙатыласаҡ.

Антон Тарасов, Өфөнөң Октябрь районы хакимиәте башлығы

Байрамды театрлаштырылған тамаша дауам итте. Сараға махсус хәрби операция яугирҙарының балалары һәм тормош иптәштәре саҡырылған