Айрат Рәхмәтуллин Өфөнөң 43-сө поликлиникаһында пациенттарҙы ҡабул итте

Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры баш ҡалалағы 43-се поликлиниканың Максим Рыльский урамында урынлашҡан корпусы эшмәкәрлеге менән танышып, пациенттарҙы ҡабул итте. Айрат Рәхмәтуллин шәхси консультация барышында министр булараҡ ҡына түгел, табип-невролог кәңәштәрен дә бирҙе. Тулыраҡ БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова.

40 йыл шәфҡәт туташы булып эшләгән, сирлеләр тураһында хәстәрлек күргән Ғәлиә Янур ҡыҙы хәҙер үҙе пациент. Умыртҡа һөйәгенә операциянан һуң, нейропатия диагнозы ҡуйыла. Өҙлөгөүҙәр билдән аҫҡы өлөшкә бирә. Һауығыуға бәләкәй аҙымдар менән атлаған ханым күңел төшөнкөлөгөнә бирелмәй. Бөгөн уны алдан яҙылыу буйынса республиканың Һаулыҡ һаҡлау министры, табип-невролог Айрат Рәхмәтуллин ҡабул итте.

Невролог кәңәштәрен алырға теләүселәр байтаҡ булды. Паценттар араһында инсульт кисергән, юл-транспорт ваҡиғаһына эләккән кешеләр, махсус хәрби операция яугирҙары ла бар ине. Һәр береһе ентекләп тикшерелде, артабанғы дауалау һәм реабилитация буйынса консультациялар бирелде.

Пациенттар менән туранан-тура аралашыу-булған проблемаларға тәрәнерәк төшөнөргә мөмкинлек бирә. Кисә Республика тән бешеүҙе дауалау үҙәгендә булдыҡ. Ғөмүмән, быйыл Яңы йыл кисәһе тыныс үтте, әммә алда оҙайлы ял көндәре, шуға күрә хәүефһеҙлек талаптарын үтәргә саҡырабыҙ. Бөгөндән барлыҡ поликлиникалар ҙа ғәҙәти режимында эшләй.

Айрат Рәхмәтуллин, Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры

Консультация үткәреү өсөн Өфөнөң 43-сө поликлиникаһы юҡҡа ғына һайланмаған. 1993 йылда төҙөлгән корпус Радий Хәбиров иғлан иткән «һаулыҡ һаҡлауҙың беренсел звеноһын яңыртыу» программаһына инеүе ихтимал.

Яңы йыл каникулдары һаулыҡты тикшереү өсөн уңайлы ваҡыт, тигән фекерҙә табиптар. Һаулыҡ һаҡлау учреждениелары республика халҡын диспанцеризация үтергә саҡыра.

Әлфинә Килдейәрова