Красный Лучта Башҡортостан ярҙамы менән социаль объекттар төҙөкләндерелә

Донбаста Башҡортостан йылыһы. Республика шефлыҡҡа алған Красный Луч ҡалаһына ярҙам итеүҙе туҡтатмай. Төбәк ярҙамы менән социаль объекттар төҙөкләндерелә. Красный Луч ҡала округына ингән Петровское ҡалаһында ла спорт ҡоролмалары комплексында ла йылытыу ҡаҙанлыҡтары яңыртылған. Был ҡала республика өсөн ят түгел. Тап Петровскоела легендар яҡташыбыҙ, Рәсәй Геройы Миңлеғәле Шайморатов һәм уның яуҙаштары ерләнгән. Луганск халыҡ республикаһынан Айнур Кәбиров репортажы.

Ике команда уйнай, ә береһе үҙ сиратын көтә. Баскетбол менән шөғөлләнергә теләүселәргә ҙур спорт залында ла урын етмәй. Ә бит күптән түгел генә бер команданы йыйыу ҙа ауыр ине,, ти тренер.

Хәҙер ике бәләкәй генә ҡаҙанлыҡ ҙур бер бианы йылыта. Юғалтыуҙар ҙа юҡ, яғыулыҡ та күпкә әҙерәк ҡулланыла.

Башҡортостан ярҙамынан тыш был уңайлыҡтарҙы күрмәҫ тә инек, шеф төбәк менән уңдыҡ, ти ҡала халҡы. Тиҙҙән спорт ҡоролмаларын тоташтырыусы йылылыҡ магистарле лә яңыртыла. Әле эшселәр күршелә генә торған идара итеү бинаһында тәҙрәләр, батареяларҙы алмаштыра. Хәл күпкә яҡшырҙы, эш урындарында хәҙер өҫ ке:йемдәрен сисә башлданыҡ, ти хеҙмәткәрҙәр.

Комплекстың спорт тарихы ла бай. Советтар союзы осоронда төҙөлгән биналда ситтән килгән спортсылар өсөн ятағы, бассейны ла булған. Урындағы халыҡ был данлыҡлы үткәндәрҙе һәм күләмле спортты ла тергеҙеү хыялы менән йәшәй.

Хәйер оҙаҡ көтөргә ҡалмаған. Яҡшырған шарттар әле үк башҡа ҡала спортсыларын да йәлеп итә. Тиҙҙән Петровское ҡалаһының спорт ҡоролмалары комплексы тарихында тәүге тапҡыр Луганск халыҡ республикаһы кимәлендә ярыштар көтөлә. Ҡыҙҙар әле баскетболл турнирына ә:ерләнә.

А.Кәбиров