Борай районы Яңы Йәлдәк ауылы халҡы яңы йылдың тәүге көнөн үҙ сәләмтлегенә бағышланы

Ҡалған салаттарҙы ашау урынына йүгереү. Борай районы Яңы Йәлдәк ауылы халҡы яңы йылдың тәүге көнөн үҙ сәләмтлегенә бағышланы. Барса халыҡ йүгерергә сыҡты. Йылды нисек ҡаршы алаһың, шулай үтәсәк, ти Яңы Йәлдәктәр. Шуға күрә улар был башланғысты айыҡ тормошҡа бағышлай. Сара ла «Айыҡ ауыл» акцияһында ҡатнашыу ниәте менән ойошторолған. Һәр хәлдә каникулдарҙы әүҙем ял, физик эш менән үткәреү яҡшыраҡ, ти улар.