Өфөлә “Ватанды һаҡлаусылар” дәүләт фонды филиалының яңы бинаһы асылды

Ул баш ҡаланың Совет урамында урынлашҡан. Яңы үҙәк 500 квадрат метр майҙанды биләй. Яугирҙар өсөн күп яҡлы ярҙам саралары ойошторолған. Филиалда республика буйынса 120 социаль координатор эшләй, психологтар, юристар, социаль координаторҙар ҡабул итә, архив бүлеге бар. “Ватанды һаҡлаусылар” дәүләт фонды филиалы етәксеһе Гөлнур Ҡолһарина.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Фонд бүлексәһен асыу тантанаһында Республика башлығы ҡатнашты. Радий Хәбиров махсус хәрби операцияла яраланып ҡайтҡан яугир-ветерандарға ҡул менән йөрөшлө автомобиль асҡыстарын тапшырҙы. Руль артына ултырыусы ир-егеттәр транспорт сараһы менән идара итеү өсөн махсус уҡыуҙар үткән. Хәйбулла районынан махсус хәрби операция ветераны Тимур Дәүләтбаев.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Яңы бина уңайлы урынлашҡан - эргәлә Совет майҙаны. Ошонан яугирҙар махсус хәрби операцияға юлланды. Проблемаларҙы бер урында хәл итергә мөмкин. Район һәм ҡалаларҙа яугирҙар һәм ветерандарға ярҙам үҙәктәрен асабыҙ. Әлегә уларҙың һаны унау, был эште дауам итәбеҙ, - тине Радий Хәбиров.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Ватанды һаҡлаусылар фонды бүлексәләрендә яугирҙарҙы реабилитациялау һәм социаль тормошҡа яраҡлаштырыу, ҡайтанан уҡытыу, эшкә урынлаштырыу, медицина, юридик һәм башҡа мәсьәләләрҙе хәл итеү өсөн шарттар тыуҙырылған. Ике йыл эсендә Башҡортостанда социаль координаторҙар 120 мең мөрәжәғәт итеүсегә ярҙам иткән һәм был эш артабан дауам итәсәк.

Ирек Әхмәтшин. “Юлдаш” радиоһы.