Яңы йылдың беренсе дүшәмбеһе-киләсәккә йомғаҡ яһарға һәм пландар төҙөргә ваҡыт. Былтыр Башҡортостанда милли проекттар ярҙамында 6 яңы поликлиника һәм 134 фельдшер-акушерлыҡ пункты, 35 ремонтланған мәктәп, 170 төҙөкләндерелгән биләмә, юлдар, күперҙәр, коммуналь инфраструктура һәм башҡа объекттар сафҡа ингән.
Төбәк башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрҙә яҙыуынса, бөтәһе 12 яңы милли проект буйынса эш алып барылған. Уларҙың һәр береһе буйынса республикаға етди федераль финастар йәлеп ителгән. Президентҡа һәм ил Хөкүмәтенә иҡтисадты үҫтерергә, төҙөргә, яңыртырға, ҡатмарлы ваҡыттарға ҡарамаҫтан, бөтә республика буйынса төп объекттарҙы тәртипкә килтерергә мөмкинлек биргән ярҙам өсөн рәхмәт белдерәм. Был эште мотлаҡ быйыл да дауам итәсәкбеҙ, тигән Башҡортостан башлығы.