Яңы йыл байрамдарында Башҡортостанда янғындар һаны кәмегән. Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе иҫкәртеү һәм төбәктең янғын хәүефһеҙлеген тәьмин итеү буйынса комиссия ултырышын үткәрҙе. Унда яңы йылдың тәүге көндәрендә теркәлгән янғындар һәм юл-транспорт ваҡиғаларына бәйле оператив мәсьәләләр тикшерелде. Байрам көндәрендә республикала янғынға ҡаршы махсус режим ғәмәлдә. Бынан тыш, төбәктең барлыҡ муниципалитеттарында өҫтәмә иҫкәртеү саралары һәм рейдтар үткәрелде. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Өфөлә һәм Ейәнсура районында үлемесле фажиғәләр теркәлгән. Йыл башынан алып республикала бөтәһе 45 янғын сыҡҡан.