Изге һәм яуаплы хеҙмәттә ярты йылдан ашыу. Өфөнөң үҙәк авария-ҡотҡарыу идаралығы отрядында дүрт аяҡлы йән эйәһе Лаки исемле эт барлыҡҡа килде. Ул алты ай йыл элек ҡотҡарыусылар командаһына ҡушыла һәм шул ваҡыттан алып бөтә хеҙмәткәрҙәрҙең айырылғыһыҙ дуҫына әүерелә. Тәүлек әйләнәһенә республиканың именлеген тәьмин итеүселәр өсөн Лаки «стресҡа ҡаршы дауа» ролен дә үтәй.
Кеше ғүмерҙәре өсөн үтә яуаплы минуттарҙа хеҙмәткәрҙәргә Лакиҙың ярҙамы баһалап бөткөһөҙ. Өфөнөң авария-ҡотҡарыу идаралығы үҙәгендә уны ҡотҡарыусыларҙың уң ҡулы булған Лаки ҡушаматлы эт күрһәтә.
Лаки үҙәккә ярты йыл элек, көсөк сағында килеп эләгә. Бында ул йылы йәшәү урынынан тыш, яңы ғаиләһен дә таба.Ҡотҡарыусылар билдәләүенсә, эт хеҙмәткәрҙәргә тиҙ эйәләшә һәм биләмәнең төп тәртип һаҡсыһы ла.
«Антистресс» роленән тыш, Лаки отряд тормошонда әүҙем ҡатнаша. Ул ҡотҡарыусыларҙы яуаплы эшкә ләүкелдәп өрөп оҙатып ҡала һәм ҡаршылай
Лаки киләсәктә төрлө ҡотҡарыу операцияларында ҡатнашасаҡ, уның команданың хәрби рухын күтәреүҙәге роле лә баһалап бөткөһөҙ. Сөнки тап Лаки ҡотҡарыусыларға көн һайын яңы көс менән граждандарҙың именлеген тәьмин итергә ярҙам итә.
Гүзәл Борханова