Ейәнсура районында саф һауала ял итергә яратыусылар өсөн яңы йүнәлеш асылды

Кинйәбулат ауылында йәшәүсе Айсыуаҡ Өмөтбаев квадрациклдар алып туристар өсөн тәбиғәт ҡосағында сәйәхәт маршруттары ойошторған. Эшҡыуар туристар өсөн ҡунаҡхана ла төҙөргә ниәтләй. Тулыраҡ мәғлүмәт киләһе яҙмала.

Адреналин һәм тиҙлек. Саф һауала сәйәхәт итергә яратыусылар өсөн квадрациклдарҙа туристик маршруттар. Ейәнсура районы Кинйәбулат ауылында йәшәүсе эшҡыуар Айсыуаҡ Өмөтбаев әүҙем ял өсөн сәйәхәт маршруттары ойошторған.

Квадрациклдарҙа ауыл тирәләй йәки урмандарҙа тыныс маршрут буйынса йөрөрөгә мөмкин. Адреналин яратыусылар ҡатмарлы маршрут буйынса тауҙарға күтәрелә ала.

Ейәнсура районында урта һәм бәләкәй эшҡыуарлыҡ йүнәлештәре йылдам үҫешә. Бөгөн районда 500-гә яҡын эшҡыуарлыҡ субъекты теркәлгән. Улар урындағы халыҡ өсөн төрлө хеҙмәттәр, сауҙа тауарҙары тәҡдим итә.

Ф.Миһранова