Старт һыҙығында-кескәйҙәр. Өфөләге тау саңғыһы спорты буйынса олимпия резервы мәктәбе тәрбиәләнеүселәре-өс йәштән ете йәшкәсә балалар өсөн Яңы йыл карнавалы ойошторолдо. Рәсәй халыҡтары берҙәмлеге йылы уңайынан улар төрлө милләтрҙең кейемдәрендә килгәйне. Малай-ҡыҙҙарҙы Ҡыш бабай сәләмләп, физик күнекмәләр яһатты. Унан һуң ярыш талаптары буйынса барыһы ла 150 метр арауыҡтағы трассанан тау саңғыһында шыуып төшөргә тейеш ине. Ҡайһы берәүҙәргә тәжрибәле инструкторҙар ярҙамы талап ителде. Еңеүселәр дипломдар менән бүләкләнде. Ата-әсәләр билдәләүенсә, спорт мәктәбендә шөғөлләнеү тәүге һөҙөмтәләрен бирә-балалар тау саңғыһына баҫып, беренсе уңыштарға ирешә.