Белорет районы Абҙаҡ ауылында 50-се хоккей миҙгеле асылды. Иптәштәрсә осрашыуҙа йәштәр һәм үҫмерҙәр командалары сыҡты. Боҙҙағы алыш өс осорҙа ла көсөргәнешле барҙы. Тиҙҙән урындағы спортсылар «Күбәләк» хоккей лигаһында ҡатнашасаҡ. Унда күрше ауылдарҙың, шул иҫәптән Әбйәлил районы командалары көс һынашасаҡ. Әйткәндәй, миҙгелдең тәүге уйыны «өлкәндәр» файҙаһына 8:6 иҫәбе менән тамамланды, ә буллиттар серияһы осрашыуҙың иң мауыҡтырғыс мәле булып иҫтә ҡалды. Абҙаҡ хоккейының тарихы 1976 йылда башлана һәм Вил Ишҡыуатов исеме менән тығыҙ бәйле, уның башланғысы менән ауылда беренсе команда ойошторола. Быйыл урындағы хоккей мәктәбе үҙенең алтын юбилейын билдәләй. Ошо әһәмиәтле дата хөрмәтенә байрам саралары февралгә планлаштырылған.