Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров республикала йәшәүселәргә Раштыуа байрамы уңайынан ҡотлау хаты менән мөрәжәғәт итте. Унда былай тиелә: «Беҙҙең Башҡортостан-күп милләтле, күп конфессиялы республика. Бында быуаттар дауамында төрлө халыҡтар дуҫ һәм татыу йәшәй. Беҙҙең маҡсаттарыбыҙ һәм ҡиммәттәребеҙ уртаҡ.
Ниндәй генә дингә ҡарамаҫтан, республикала йәшәүселәр өсөн ышаныс, өмөт, мөхәббәт, илһөйәрлек һәм шәфҡәтлелек ҡаҡшамаҫ рухи таяныс булып ҡала.
Бәхет һәм именлек, туғандарығыҙҙың һәм яҡындарығыҙҙың һау-сәләмәт булыуын теләйем. Барығыҙға ла тыныслыҡ һәм изгелек.»-тип яҙған республика етәксеһе.