Ҡыҫҡа ваҡытлы ялдан һуң йәнә яуға. Өфөлә бер төркөм яугирҙарҙы махсус хәрби операция биләмәһенә оҙатыу сараһы үтте. Ир-егеттәр яңы йылды ғаиләләре менән бергә ҡаршылап, йорт эштәре менән булырға, төрлө мәсьәләләрен хәл итергә өлгөргән. Яугирҙар алдында республика хәрби комиссариаты вәкилдәре сығыш яһап, яҡташтарыбыҙға хәйерле юл теләне. Уларҙы оҙатырға туғандары һәм яҡындары, дуҫтары һәм хеҙмәттәштәре килгәйне. Яугирҙар махсус хәрби операция биләмәһенә республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса комитеты вәкилдәре оҙатыуында уңайлы автобустарҙа барып етәсәк.