Мишкә районының Сурай ауылында Яныш Ялкайн исемендәге тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейы асылды

Объект урындағы башланғыстарға ярҙам программаһы сиктәрендә булдырылған. Ауыл тарихын һаҡлаған музей ойоштороу дөйөм йыйылышта хәл ителгән. Ул 1892 йылда төҙөлгән бинала урынлашҡан. Земство етәксеһенең элекке йортон төҙөкләндереү өсөн программа буйынса бүленгән аҡсанан тыш, Яныш Ялкайндың туғаны, урындағы эшҡыуарҙар ҙа ярҙам иткән. Уҙған быуатта Сурай ауылында тыуған Яныш Ялкайн -марый яҙыусыһы, тәржемәсе, фольклорсы, этнограф һәм библиограф булараҡ билдәле.

Музейҙы ойоштороуҙа бөтә ауыл халҡы ҡатнашты. Шулай уҡ экспонаттарҙың күбеһе минең шәхси коллекциямдан. Ике зал астыҡ, өсөнсөһөндә рәссамдарҙың картиналары урынлашасаҡ. Тарихты ҡәҙерләп һаҡлауға ауылдаштар яуаплы ҡарай.

Евгений Николкин, Яныш Ялкайн исемендәге гимназияның тарих һәм йәмғиәтте өйрәнеү фәне уҡытыусыһы