Раштыуа байрамында Өфөлә морждар боҙло һыуҙа көс һынашты

Боҙло һыуҙа морждар. Өфөнөң Яҡутов паркындағы Һалдат күлендә Раштыуа байрамы уңайынан республиканың көслө рухлы кешеләре һыу инеү йолаһын үтәне. Һалҡын көндө боҙло һыуға төшөргә йөрьәт иткән йөҙөүселәрҙе БЮТ ижади төркөмө лә күҙәтте. Был хаҡта тулыраҡ БЮТ хәбәрсеһе Гүзәл Борханова яҙмаһында.

Һалдат күлендә йөҙөүҙә ҡатнашыусылар араһында кемдер дистанцияны йөҙөп үтә, кемдер һаҡ ҡына баҫҡыс янында башын сығарып батып тора. Ҡыҫҡаһы, һәр кем үҙенең физик хәленә ҡарап боҙло һыуҙа сынығыу ысулын һайлай. Республиканың төрлө район-ҡалаларынан килгән морждар өсөн ҡышҡы йөҙөү экстрим ғына түгел, ә ысын һаулыҡ мәктәбе лә булып тора.

Ҡышҡы сатлама һыуыҡта һыу инеүселәр организмдарын арыуҙан һәм тынлыҡтан ҡотҡара. Ҡапыл һалҡын һыуға төшөү кешенең эске мөмкинлектәрен уята, ҡан әйләнешен көсәйтә һәм көс-ҡеүәт өҫтәй. Һыу ингәндән һуң үҙебеҙҙе донъяға яңынан тыуған кеүек хис итәбеҙ. Организм яңыра, тымау-сырхауҙар онотола, ти морждар.

Сараны ойоштороусы Ҡышҡы йөҙөү Федерацияһы һәм «Аҡ һыуһарҙар» клубы вәкилдәре йөҙөүселәрҙең уңайлығы һәм хәүефһеҙлеге тураһында ла хәстәрлек күргән. Грант ярҙамында яңыртылған һыу инеү урынында понтондар һәм вандаллыҡҡа юл ҡуймаҫ өсөн йәшниктәр ҡуйылған. Һыу инә торған бассейн һауа биреүсе, туңыуҙы иҫкәртеүсе һәм һыу сифатын ячҡшырытусы ҡорамалдар менән йыһазландырылған. Күлдә ҡойоноусылар һаулығын ғына түгел, күңел торошон да нығыта ала.

Әлбиттә, моржлыҡҡа тәүге аҙымдарын яһаусылар башта ҡыҫҡа ғына ваҡытҡа һыуға сумһа, әлеге ваҡыта үҙҙәрен күпкә сәләмәтерәк һәм көслөрәк тоя.

Раштыуа байрамын Һалдат күлендә ҡаршылаусылар спорт уйындарында ла көс һынашты. «Терпеләр» һәм «Һыуһарҙар» командалары шайбаны йөрөтөү буйынса таһыллығын күрһәтте. Йыр-бейеүгә маһирҙар тамашасы һөйөүен яуланы. Һалҡын һыу һаулыҡ һәм шатлыҡ сығанағы икәнлеген аңлаусыларҙы ҡышҡы һыуыҡ һәм бер ниндәй сырхауҙар ҙа ҡурҡытмай.

Гүзәл Борханова