Өфөлә Раштыуа көнөнә арналған саңғы ярышы үтте

Бөтә ғаилә менән саңғыға. Өфөлә Раштыуа көнөнә арналған саңғы ярышы үтте. Уны Яңы йыл каникулының айырылғыһыҙ өлөшө тип әйтергә мөмкин. 2013 йылдан уҙғарылып килгән спорт сараһы саңғы шыуырға яратыусыларҙың көтөп алған байрамына әүерелгән. Эстафетала хәүефһеҙлек талаптарына ла иғтибар ҙур. Ярышта өлкәндәр ҙә, балалар ҙа ҙур теләк менән ҡатнашты. Тулыраҡ мәғлүмәт киләһе яҙмала.

Раштыуа байрамы уңайынан саңғы ярышында өфөләр тотош ғаиләләре менән ҡатнаша. Айрат Батталов та яратҡан спорт төрөнә балаларын ылыҡтырған. Улар ҡалала уҙғарылған саңғы ярыштарынан ситтә ҡалмаҫҡа тырыша.

Ярышта иң кесе ҡатнашыусыға 5 йәш булһа, иң өлкәне һикһәндә. 73 йәшлек Альберт Даянов саңғыла яман шеш сире эҙемтәләре менән көрәшә. Хаҡлы ялдағы уҙаман «Хәрәкәттә-бәрәкәт» ҡағиҙәһе буйынса йәшәй.

Яңы йыл костюмдарын кейеп уҙышҡан саңғысылар ярыш һуңында бүләктәр алып ҡыуанды. Меңләгән кешене берләштергән Раштыуа эстафетаһында ҡайнар сәй, тәм-томдар тәҡдим ителде. Саңғы ярышы һәр кемгә рухи көс һәм дәрт өҫтөне.

Флорида Миһранова