Ауыл хужалығында тармаҡ белгестәрен, буласаҡ лидерҙарҙы мәктәп эскәмйәһенән үк әҙерләү бурысы тора. Ауылдарҙа төпләнеп йәшәр һәм эшләр өсөн йәштәргә ниндәй мөмкинлектәр, программалар бар? Үҫмерҙәргә һөнәри йүнәлеш биреү мәсьәләһен БЮТ хәбәрсеһе Гүзәл Борханова өйрәнде.
Фәндә яңы технологиялар һәм ауыл хужалығы традицияларына таянып эш итәсәк йәштәр Башҡорт дәүләт аграр университетында тәрбиәләнә. Тап улар аграр секторҙың киләсәген билдәләй. «Өҫтөнлөк-2030» проектына ярашлы, студенттар беренсе курстан уҡ уңышҡа климат тәьҫирен өйрәнә,заманса лабораторияларҙа тәжрибәләр үткәрә, ғилми-тикшеренеүҙәрҙә ҡатнаша, яңы сорттар уйлап таба. Креатив ҡарашлы ғалимдар менән осрашыуҙар студенттарҙы һөнәр менән ғәмәлдә таныштыра.
2030 йылға иһә студенттарҙың 95 проценты уҡыу йорттарына ингәнгә тиклем үк предприятиелар менән килешеү төҙөргә тейеш. Ауыл хужалығына белемле белгестәр һәм тармаҡ лидерҙарын әҙерләү көнүҙәк һорау. Һөнәри йүнәлеш биреү буйынса «Агросәнәғәт комплексы һөнәрҙәре ҡалаһы ойошторолдо.
Агросәнәғәт комплексында кадрҙар«яңы федераль проектына ярашлы Бүздәк һәм Нуриман райондарында агрокластар асылды. Кабинеттар ауыл хужалығы министрлығы ярҙамы менән йыһазландырылған.
Баҫыуҙарҙа ҡоротҡостарға һәм сүп үләндәренә ҡаршы агродрондар ҡулланыуҙың отошло булыуын үҫмерҙәр яҡшы белә. Агорокласта улар роботтарҙы үҙҙәре йыя, конкурстарҙа ҡатнашып призлы урындар яулай.
Ә был заманса мегафермаларҙың бәләкәй макеты. Агрокластарҙа роботлаштырылған фермалар менән идара итеү алымдарын үҙләштереү ҙә.
Агрокластарҙа малай-ҡыҙҙар агрономия, малсылыҡ нигеҙҙәренә, инженерлыҡ нескәлектәренә төшөнә, аҡыллы теплица макеттарын ҡорай, йәшелсә үҫтерә.
Агрокластар малай-ҡыҙҙарға тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш тәрбиәләй, экологик таҙа аҙыҡ-түлек етештереүҙең мөһимлеген аңлата. Был кластарҙа уҡыусылар теүәл игенселек алымдары, алдынғы агро һәм биотехнологиялар менән таныша. Тап бында аграр секторға инновациялар индерергә әҙер белгестәр быуыны әҙерләнә.
Агролицейҙа быйындар күсәгилешлеге булыуы лы яҡшы күренеш.Илназ Садиҡов рамдар әҙерләй. Умартасының эшен еңеләйтеү өсөн еңел һандыҡты ла үҙ ҡулдары менән эшләгән.
Марсель Фәттәхов фәнни эшен бал ҡорттарын боронғо ата-бабалар ысулы менән ҡоротҡостарҙан, дымдан һәм һалҡындан һаҡлау алымдарын өйрәнә һәм ғәмәлдә башҡара.
2030 йылға республика 400-гә яҡын агрокласс асыу күҙаллана, был агросәнәғәттә конкурентлы мөхит булдырасаҡ һәм кадрҙар әҙерләү сифатын күтәрәсәк. Ысынлап та, агрокластарҙа аграрийҙарҙың яңы быуыны формалаша, улар тотош илде ашатасаҡ. Был дәрестәр генә түгел, ә тармаҡты яңы кимәлгә сығарырға әҙер буласаҡ агрономдар, биотехнологтар,ветеринарҙар, белгестәр өсөн старт майҙансығы.
Хужалыҡ итеүҙә пгродрондар ҡулланыу, автоматлаштырыу, заманса технологиялар инддереү кадрҙар әҙерләүҙә лә яңы талаптар ҡуя. Мәктәптәрҙә агрокластар асылыу ауыл хужалығына яҡшы әҙерлекле юелгестәр әҙерләү мөмкинлеге бирәсәк тип күҙаллана.
Гүзәл Борханова