Яңы йыл каникулдары уңайынан махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың яҡындары өсөн хәйриә концерты ойошторолдо. Тылсымлы әкиәт форматында әҙерләнгән сарала яугирҙарҙың яҡындары, тормош иптәштәре ҡатнашты. Тамашаның программаһы яугирҙарыбыҙға дан йырлаған, изге теләктәр юллаған, илһөйәрлек рухы менән һуғарылған шиғырҙар һәм йырҙарҙан төҙөлгән. Ойоштороусылар ышаныслы фронт һыҙығында торған гүзәл заттарға оло рәхмәтен еткерҙе. Улар көсө менән республиканан алғы һыҙыҡҡа даими гуманитар ярҙам туплана.