Шыршы тапшыр ҙа-бүләккә мандарин ал. Өфөлә яңы йыл ҡупшыҡайҙарын эшкәртеүгә тапшырыу буйынса экологик акция уҙа.
Ылыҫлы ағастарҙы ҡабул итеү буйынса Өфөлә 11 пункт бар, уларҙың адрестары менән баш ҡала хакимиәте сайтында танышырға мөмкин. Эшкәртелгән шыршылар мебель етештереүгә йүнәлтелә. Шыршыларҙы 10, 11, 17 һәм 18 ғинуарҙа көндөҙгө сәғәт 12-нән 4-кә тиклем тапшырырға мөмкин. Былтыр экологик акция сиктәрендә ике меңдән ашыу шыршы эшкәртеүгә тапшырылған.