Уҙған тәүлектә Башҡортостанда «Айыҡ водитель» операцияһы барышында эскән килеш ррулгә ултырған 33 водитель туҡтатылған тип хәбәр итә Башҡортостан буйынса Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы.
Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре хоҡуҡ боҙоусыларға ҡарата меңдән ашыу административ эш ҡуҙғатҡан. 33 иҫерек водителдән тыш, 36 кешенең таныҡлығы булмаһа, ә алты водитель был хоҡуҡтан мәхрүм ителеүе асыҡланған.