Һуңғы ете йылда республикала 976 йәмәғәт урыны төҙөкләндерелгән

Ремонт эштәре талап ителгән биләмәләрҙе граждандар тауыш биреп үҙҙәре һайлай. Мәҫәлән, былтыр 14 йәштән өлкән йәштәге һәр бишенсе кеше өҫтөнлөклө объекттарҙы билдәләп үҙ фекерен белдергән. Уңайлы ҡала мөхите булдырыу маҡсатында ойошторолған Бөтә Рәсәй конкурсында еңеү яулаған биләмәләрҙе төҙөкләндереү артабан да дауам итә. Әлегә Башҡортостандан еңеүсе тип табылған 39 проекттың 29-ҙында эш теүәлләнгән. Проекттарҙың дөйөм суммаһы 6 млрд һум тәшкил итә, уның 3 млрд 300 млн һумы федераль бюджеттан. 2025 йыл һөҙөмтәләре буйынса республиканан 5 еңеүсе билдәләнгән. Проекттарҙы 2026-2027 йылдарҙа тормошҡа ашырыу күҙаллана.