Календарь ҡыш уртаһына һауа торошона күҙ һалайыҡ. Федераль метеосайттар мәғлүмәттәре буйынса, 10 ғинуарҙан 14-нә тиклем республиканың үҙәк райондарында 3-9 градус һыуыҡ күрһәтә. Айырым райондарҙа тәүлегенә 4 миллиметрғаса ҡар яуыуы фаразлана.
15 ғинуарҙан Башҡортостанда 10 градусҡа тиклем һыуыта, ә 18 ғинуарҙа һауа температураһы 16 градусҡа тиклем түбәнәйә. Бер аҙ ҡар яуыуы ихтимал. Әллә ни көслө яуым-төшөм көтөлмәй.