Ишембай егете 3D-технологиялар һәм программалауҙа уңышҡа ирешә

Йәшәү көсө-яратҡан шөғөлдән. Ишембай ҡалаһының Нефтсе ҡасабаһынан Азат Фәйзрахманов бәләкәйҙән ҡатмарлы диагноз-арҡа-мускул атрофияһынан яфалана. Инвалид креслоһында булыуға ҡарамаҫтан, ул республиканың ике юғары уҡыу йортон тамамлап, заман һөнәрҙәрен үҙләштерә. Әле айти-технологиялар, программалау йүнәлешендә уңыштарға ирешкән. Көслө рухлы замандашыбыҙ тураһында киләһе материалда.

Азат Фәйзрахманов ҡырҡ йәштә лә мөмкинлектәр сикһеҙ булыуына үҙ миҫалында инанған. Тормошҡа позитив ҡарарға, һәр ваҡыт заман менән бергә атлап, яңы шөғөлдәр үҙләштерергә генә кәрәк. Программалау серҙәренә төшөнгән уҙаман 3-д принтер ярҙамында төрлө изделиелар эшләй, интернетҡа һалынған иғлан буйынса заказдар ҙа килә башлаған.

Ҡатмарлы диагноз уға бала сағында ҡуйылған. Арҡа-мускул атрофияһы сире уны ғүмерлеккә инвалид креслоһына ултыртҡан. Ата-әсәһе һәр ваҡыт эргәһендә, улдарына улар яҡшы тәрбиә бирергә тырышҡан.

Азатҡа мәктәп программаһын өй шарттарында үтергә тура килә. Китап менән дуҫ булғанға күрә, уҡыу уға еңел бирелә. Уҡытыусы булып эшләгән ата-әсәһе юғары белем алғанда ла, яңы һөнәр үҙләштергәндә лә төп таяныс-терәге була.

Бөгөн Азат Фәйзрахманов программалау менән шөғөлләнә, мөрәжәғәттәр буйынса юридик һорауҙарға яуап бирә. Көслө рухлы замандашыбыҙ үҙ эшен асыу хыялы менән дә яна. Мөмкинлектәр сикһеҙ, теләк кенә булһын тигән ҡарашта ул.

Гөлназ Хәйбуллина