Яңы йыл каникулын әүҙем уҙғарыусылар «Дельфин» бассейнында ярышты. Район хакимиәтенең йәштәр сәйәсәте һәм спорт буйынса комитеты уҙғарған сара хағында киләһе яҙмала.
Яңы йыл каникулында Иглин ауылында аква-волейбол буйынса ярыш үткәреү йолаға әүерелгән. Быйыл «Дельфин» бассейнында уйын алтынсы тапҡыр уҙғарылды.
Турнирҙа Иглин районының дүрт ауыл биләмәһенән «Дельфин», Ҡалтыман, Иглин һәм Оло Тәләк командалары ҡатнашты. Өс партия көс һынашҡандан һуң Оло Тәләк Дельфиндарҙы еңде.
Финалда беренселек өсөн Ҡалтыман ауылы командаһы менән «Диңгеҙ йондоҙҙары» көс һынашты. Һөҙөмтәлә Ҡалтымандар һәр йылдағыса үҙенең волейбол оҫтаһы икәнен иҫбатланы. Сөнки һыуҙа булһынмы, ҡарҙа йә классик волейболмы- улар һәр ваҡыт еңеүсе.
Яңы йыл каникулы тамамланғансы Иглинда ихата командалары араһында волейбол һәм ҡышҡы хоккей буйынса ярыштар үтәсәк. Теләге булғандар Елена Иглина паркында һәм «33-сө «Легион»да һырғалаҡта шыуа ала.
Рәмилә Исмәғилева