Тәтешле районында Ғәли Соҡоройҙың тыуыуына 200 йыл тулыу билдәләнде

Билдәле шағир, башҡорт поэзияһы ынйыһы. Тәтешле районында Ғәли Соҡорой - Мөхәмәтғәли Ғәбделсәлих улы Кейековтың тыуыуына 200 тулыуға арналған хәтер һәм хөрмәт саралары ойошторолдо. Рухиәт һәм мәғрифәт илсеһе хаҡында тулыраҡ БЮТ хәбәрсеһе Гүзәл Борханова репортажы.

Үрге Тәтешлеләге яңы быуын китапханаһына Башҡортостандың билдәле ғадимдары, әҙәбиәт һәм тел белгестәренән торған эшлекле команда йыйылған. "Ғәли Соҡорой тормошонда рухиәт һәм мәғрифәт" тип аталған түңәрәк өҫтәлдә ҡатнашыусылар

Ғәли Соҡорой ижадының тарихи әһәмиәте, уның башҡорт мәҙәни үҙенсәлеген формалаштырыуҙағы роле һәм халыҡты мәғрифәтләндереүгә индергән өлөшө хаҡында докладтар һөйләне.Әммә билдәле шәхес, башҡорт поэзияһының йәдкәре Ғәли Соҡорой ижады тәрән һәм күп яҡлы. Шуға ла саралар шәлкемен артабан 23 ғинуарҙа Өфөлә, Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында үткәреү күҙаллана.

Ғәли Соҡорой балалар өсөн шиғырҙар ижад иткән беренсе башҡорт шағиры ла. Район үҙәге Үрге Тәтешлелә гимназия мәғрифәтсе исемен йөрөтә. Малай-ҡыҙҙар мәктәп йылдарынан уҡ уның ижадын, тормош юлын өйрәнә, һүрәт төшөрөүгә оҫталар образын ҡыл ҡәләм ярҙамында һынландыра.

Иҫке Соҡор ауылында мәғрифәтсегә арналған музей эшләй. Унда меңдән ашыу тарихи экспонаттар тупланған. Улар араһында авторҙың үҙ ҡулдары менән яҙылған тиҫтәләгән ҡульяҙмалары беҙҙең көндәргә килеп еткән. Ирәкте ҡара табын ырыуының шәжәрәһе лә тәрәнлеге, тарихи һәи әҙәби үҙенсәлеге менән әһиәмиәтле, ти ғаилимдар.

Диндарҙар Ғәли Соҡорой рухына изге доғалар бағышланы. Музей һәм мәсет Иҫке Соҡор ауылында боронғо мәсет урынында төҙәлгән. Тап ошо ерҙә тәрән белемгә эйә Ғәли Соҡорой йәштәргә мәғрифәт таратыр булған.

Ғәли Соҡоройға арналған әҙәби-музыкаль сарала Тәтешле районының ауыл биләмәләре традицион башҡорт милли ризыҡтары: хуш еҫле сәй, бәлештәр, шәнкәләр тәҡдим итте. Сара мәҙәни мираҫтың халыҡтың көнкүреш традициялары менән айырылғыһыҙ икәненлеген дә күрһәтте.

Башҡортостандың халыҡ артистары һәм Тәтешле районының иң яҡшы ижади коллективтары сығышы, мәғрифәтсенең шиғырҙарын ятҡа һөйләү сараға айырым йәм өҫтәне.Ғәли Соҡорой ижады һәм тормош юлына арналған саралар шәлкеме башҡорт әҙәбиәте һәм философияһы үҫешенә Ғәли Соҡоройҙың индергән өлөшө хаҡында тарихи хәтерҙе лә яңыртты.

Мәғрифәтсе, шағир, дин әһеле Ғәли Соҡорой тыуыуына 200 йыл тулыуға арналған сарала яҡташтары милли ризыҡтарҙан мул табындар ҡороп халыҡты һәм ҡунаҡтарҙы һыйланы. Олоһо - кесеһе артабан да берҙәм, татыу һәм ғилемгә ынтлыусан булып йәшәргә һүҙ ҡуйышты.

Гүзәл Борханова