Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә башҡортса китаптар тураһында яҙған

Улар Зәйнәб Биишева исемендәге «Китап» нәшриәтендә 2025 йылда донъя күргән. Улар араһында классик әҫәрҙәрҙән Александр Пушкиндың башҡортса һәм русса әкиәттәре, Шәйехзада Бабичтың «Халыҡ өсөн» тип исемләнгән ике телдәге шиғырҙары һәм поэмалары, Сергей Аксаковтың «Ғаилә хроникаһы», Таңсулпан Ғарипованың рус телендә нәшер ителгән «Бөйрәкәй» роман-эпопеяһы, Камил Йыһаншиндың тәүге тапҡыр башҡортса сыҡҡан «Серле тайга»һы бар. Башҡортостан башлығы мәҙәниәт һәм төбәк йолалары менән ҡыҙыҡһыныусыларға Розалия Солтангәрәеваның «Башҡорт халыҡ йолалары» менән «Башҡорт халыҡ әкиәттәре һәм риүәйәттәрен», «Башҡорт халыҡ йыр сәнғәте» йыйынтыҡтары менән танышырға ла тәҡдим иткән. Нәшриәт айырыуса ил һаҡлау, махсус хәрби операция, ҡаһарманлыҡ темаларына арналған әҫәрҙәргә лә иғтибар бүлгән. Китап яҡшы дуҫ һәм остаз. Шуға китап уҡығыҙ һәм балаларҙа ла уҡырға һөйөү уятығыҙ тип саҡырған Радий Хәбиров.