Республикала киҙеү һәм киҫкен респиратор ауырыуҙарҙың икенсе тулҡыны көтөлә

Ул яңы йыл каникулы тамамланғас башланыуы ихтимал. Табиптар был күренеште тәбиғи тип иҫәпләй. Белгестәр вирус сирҙәре таралыуын балаларҙың мәктәпкә һәм балалар баҡсаларына йөрөй башлауына, халыҡтың оҙайлы ялдан һуң эш урындарына ҡайтыуына бәйләй. Инфекционистар киҫкен респиратор вирус ауырыуҙары менән «А» тибындағы киҙеү эпидемияһы оҙаҡҡа һуҙылмаясаҡ һәм февраль уртаһына тиклем дауам итә тип фаразлай. Һуңынан ул «Б» тибындағы грипп менән алышыныуы ихтимал. Был төр еңелерәк үтә.

Грипп һәр ваҡыттағыса кинәт башлана. Йәғни иртәнсәк тамаҡ ҡысытып тора ла, кискә 39-ға тиклем температура күтәрелә. Өс көн дауамында юғары температураны төшөрөүе ауыр була. Үҙ белдегең менән дауаланырға ярамай. Күптәр температураһын ғына төшөрә лә тыныслана. Был ваҡытта мотлаҡ тәүге 48 сәғәт эсендә вирусҡа ҡаршы препарат эсеү һөҙөмтәле.

Әлмира Марышева, табип-инфекционист

Сирҙе айырыуса өс йәшкә тиклемге балалар һәм йөклө ҡатындар ауыр үткәрә. Республика перинаталь үҙәгендә мәҫәлән, төрлө райондарҙан килгән ҡатындарға обсервация бүлеге ойошторолған. Ә пневмония диагнозы ҡуйылған пациенттар бөтә уңайлыҡтар тыуҙырылған Зубов инфекция госпиталендә дауалана. Табиптар буласаҡ әсәләргә вирустан һаҡланырға, ҡағиҙәләрҙе теүәл үтәргә кәңәш итә.

Табиптар әҙерәк сырхаулап торғас мине дауахаанға ебәрҙе. Белестәр күҙәтеүе аҫтында булыу тынысыраҡ. Бишенсе баламды көтәм. Ҡалғандары өйҙә, тиҙерәк ҡайтыуымды көтәләр.

Гөлназ Аҙнабаева, Республика клиник перинаталь үҙәге пациенты

Вирус ваҡытында кеше күп йөрөгән урындарға, сауҙа үҙәктәренә, кинотеатрҙарға барыуҙан тыйылып торорға кәңәш итәм. Бүлмәләрҙе йышыраҡ елләтергә, дымды нормала тоторға, саф һауала йөрөргә кәрәк. Киҙеүҙең беренсе билдәләре беленеү менән дауаланырға, табипҡа күренергә онотмаһындар ине.

Марина Желкобаева, Республика клиник перинаталь үҙәгенең операция блогы мөдире