Өфөлә Яңы йыл майҙансығында пиротехника арҡаһында Ҡыш бабай янған

Уйындан уймаҡ. Һаҡһыҙлыҡ арҡаһында Өфөлә яңы йыл майҙансығында ҡыш бабай янған. Бәхеткә күрә, республикала пиротехника ҡулланғанда зыян күреү осраҡтары башҡа йылдар менән сағыштырғанда аҙыраҡ теркәлгән.

Ҡыш бабай янды.. көлө генә ҡалды. Һөҙөмтәлә Өфөнөң Кузнецов Затонындағы Яңы йыл шыршыһы Ҡыш бабайһыҙ ҡалды. Ә салют атып яңылыш ҡыш бабай фигураһын яндырыусыға штраф түләргә тура килеүе ихтимал. Ярай әле яҡында ғына дежурҙа полиция хеҙмәткәрҙәре булған. Юҡһа, ут шыршыға ла тоҡаныр ине.

Яңы йылда пиротехника ҡулланып байрам кәйефен күтәреү йыш ҡына ошондай хәлдәр менән тамамлана. Ут тоҡаныу, йәрәхәтләнеү кеүек осраҡтар булмаһын өсөн фейерверк аттырыу ҡағиҙәләрен белмәй тотонорға ярамай, ти белгестәр.

Петарда шартлауынан Өфөлә биш йәшлек ҡыҙ зыян күргән. Табиптар уға ярҙам күрһәткәндән һуң амбулатор дауаланыу үтә. Былтырғы менән сағыштырғанда ғинуар башында тән йәрәхәттәре алған балалар һаны ике тапҡырға кәмегән. Травматология бүлектәрендә башлыса тауҙан шыуып имгәнеүселәр.

Яңы йыл каникулы аҙағына яҡынлашҡанда байрам тик яҡшы тәьҫораттар ғына ҡалдырһын өсөн бар яҡлап та һаҡ булыу ҡамасауламаҫ.

Рәмилә Исмәғилева