Милли традицияларҙы һаҡлап. Ейәнсура районы Өмбәт ауылы ҡатын-ҡыҙҙары түшелдерек һәм башҡорт милли биҙәүестәрен эшләү буйынса оҫталыҡ дәрестәре ойоштора. Ағинәйҙәр йәмғиәте гүзәл заттары махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар өсөн гуманитар ярҙам туплауҙа ла әүҙем ҡатнаша. Улар «Айыҡ ауыл» республика конкурсында ла үҙҙәрен һынай. Тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ хәбәрсеһе Флорида Миһранова яҙмаһында.
Өмбәт ауылы ағинәйҙәре мәктәп уҡыусылары һәм йәштәр өсөн оҫталыҡ дәрестәре ойоштора. Улар йәш ҡыҙҙарҙы түшелдерек, милли биҙәүестәр һәм башҡа боронғо әйберҙәр эшләргә өйрәтә.
Өмбәт ағинәйҙәре йәмғиәте 2017 йылдан алып эшләй. Тәү башлап ойошма ағзалары милли кейемдәр тегеп, ҡул эштәре менән шөғөлләнә. Бөгөн гүзәл заттар йәмғиәте эшмәкәрлеге күпкә киң-улар оҫталыҡ дәрестәрен ойоштороуҙан тыш, ауылдың мәҙәни тормошонда ла әүҙем ҡатнаша.
Ауылдаштар махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙамдан да ситтә ҡалмай. Ағинәйҙәр һәм башҡа ирекмәндәр алғы һыҙыҡтағы яугирҙарға йылы ойоҡ, бейәләйҙәр бәйләп, кейемдәр тегеп оҙата.
Былтыр «Айыҡ ауыл» конкурсының муниципаль этабында ҡатнашыусы 15 биләмә араһында еңеүсе тип Өмбәт ауылы табылған. Ауылдаштар республика кимәлендә еңеү яуларға иҫәп тота. Уңышҡа өлгәшкән осраҡта өмбәттәр приз фондын ауылда сәләмәт тормошто пропагандалауға һәм ҡул эштәре буйынса оҫталыҡ дәрестәренә йүнәлтергә ниәтләй.
Флорида Миһранова