Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Мөсәйрә Фәтихова 106 йәшлек ғүмер байрамын ҡаршыланы

Бөгөн Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, Дан ордены кавалеры Мөсәйрә Фәтихова үҙенең 106-сы йәшен ҡаршыланы. Оло йәштәге ханым ил Президенты Владимир Путиндан, республика башлығынан һәм ҡала хакимиәтенән ҡотлауҙар ҡабул итте.

Өфө ҡалаһының Почетлы гражданины ғүмер байрамын ғаиләһе менән бергә ҡаршы алды. Мөсәйрә Ноғоман ҡыҙы 1942 йылда фронтҡа юллана. Дүртөйлө районының 50 ҡыҙынан торған беренсе Өфө ҡыҙҙары ирекле комсомол эшелоны составында Сталинградҡа барыусылар араһында ул да була. 23 йәшендә зенитсы һәм элемтәсе булып фронтҡа эләгә. Хәрби частәрҙе элемтә менән тәьмин итә. Мөсәйрә Фәтиховаға ҡурғаш пулялары уты аҫтында һалда янғыҙына Волга аша йөҙөп сығырға ла тура килә. Полк составында Берлинға тиклем барып етә. Еңеүҙе Польша менән Германия сигендә ҡаршылай.

Мөсәйрә Фәтихованың күкрәген III дәрәжә Дан ордены, Ватан һуғышы ордены, «Сталинградты обороналаған өсөн» һәм «Берлинды алған өсөн» миҙалдары биҙәй. Һуғыштан һуң ул рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшләй. Әлеге ваҡытта өс балаһы, 5 ейән-ейәнсәре, 7 бүләһе һәм 2 бүләсәре ҡәҙерен тойоп ғүмер итә.