“Өфө” футболсылары ялдан сыҡты

Команда “Нефтсе” стадионында күнекмәләр башланы. Әҙерлек йыйыны 21 ғинуарға тиклем дауам итә. Уның барышында контроль уйын уҙғарыу ҡарала. Артабан баш ҡала клубы Төркиәгә юллана. Унда шулай уҡ иптәштәрсә осрашыуҙар үткәреү планлаштырыла. 1-се лигала даими беренселек  тәнәфескә туҡтаған. Чемпионат февраль аҙағында тергеҙелә.