Бөрө районында һыуға батҡан һарыҡ кәүҙәләрен сығарыу дауам итә

Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты мәғлүмәттәре буйынса бөгөнгә 1 мең 332 һарыҡ сығарылған. Ҡотҡарыусылар көндөҙ эшләй. Боҙҙа мәкеләр  уйыла, унан һуң водолаздар төшөрөлә. Уҙған йылда  декабрҙә һауа шарттары арҡаһында һарыҡтар йоҡа боҙға  сыға һәм һыуға бата. Өйөр хужаһы ҙур зыян күрә, уға ҡотҡарыусылар эше өсөн түләргә, үле һарыҡтарҙы юҡ итеү сығымын ҡапларға кәрәк.