Башҡортостанда яңы йылдың тәүге эш көнөндә яңы мәктәп асылды

Мәғариф учреждениеһы  Өфө  районы  Шмидтов ауылында урынлашҡан. Белем йортон асыу тантанаһында Республика Башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты. Ҙур, заманса мәғариф үҙәге Рәсәй Геройы Илдар Суфияров исемен йөрөтә. - Каникул тамамланды. Алда - ҙур эштәр. 2026 йылға билдәләнгән  бурыстарҙы үтәүгә тотонабыҙ, - тип белдерҙе Радий Хәбиров.