Өсөнсө балалар фольклориадаһы гимнына конкурс иғлан ителде

Ижади ярышта профессиональ, шулай уҡ һәүәҫкәр шағирҙар һәм композиторҙар ҡатнаша ала. Заявкалар 9 февралгә тиклем ҡабул ителә. Конкурс положениеһы менән Республика халыҡ ижады үҙәге сайтында танышырға була. Бәйгелә еңгән йыр Бөтә Рәсәй балалар фольклориадаһы сараларында ҡулланыла. Ҙур форум быйыл Өфөлә уҙғарыла. Ил төбәктәренән йыр, бейеү һәм музыка ҡоралдары коллективтары килеүе көтөлә.