Ҡабандарға һунар иткәндә эт йәлеп итеп уларҙы эҙләү, ҡыуыу һәм тотоу тыйыла. Йыл башынан Башҡортостанда үҙ көсөнә ингән ҡағиҙәләргә ярашлы, һунарсыларға был хайуанды аулағанда коллектив рәүештә эш итеүгә лә ваҡытлыса сикләү индерелгән. Талаптарҙы үтәмәүселәргә 4 мең һумға тиклем штраф ҡаралған. Төбәктең тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, урмансылыҡ биләмәләрендә ҡырағай хайуандарҙы законһыҙ аулауҙы иҫкәртеү маҡсатында даими рәүештә рейдтар үтә. Ҡабанға һунар 28 февралгә тиклем дауам итә. Ғинуарҙа шулай уҡ ҡуян, бүре, төлкө, шәшке һәм һыуһарға һунар рөхсәт ителгән.
Министрлыҡ мәғлүмәттәре буйынса былтыр хайуандар донъяһын һаҡлау буйынса күләмле ведомство-ара эш алып барылған. Күҙәтеүсе органдар ҡатнашлығында өс меңдән ашыу рейд уҙғарылған. Һунар ҡағиҙәләрен иңҡар итеүселәр яуаплылыҡҡа тарттырылған. Әйтәйек, административ хоҡуҡ боҙоу буйынса 100 осраҡ теркәлгән, шулай уҡ һунарсыларға ҡаршы ике тиҫтә енәйәт эше ҡуҙғатылған. 20 мышы, 10 ҡоралай, 6 ҡабан законһыҙ рәүештә ауланған булыуы асыҡланған. Зыян күләмен ҡайтарыу буйынса ғәйеплеләргә 5 миллион һумдан ашыу дәғүә белдерелгән, сумманың күп өлөшө ҡапланған.