Республикала 9 туристик йүнәлеш буйынса юл төҙөкләндерелгән

Транспорт һәм юл хужалығы министрлығынан белдереүҙәренсә, 75 километр участка тәртипкә килтерелгән. Һүҙ Өфө-Белорет, Стәрлетамаҡ- Магнитогорск, Өфө – Павловка, Ишембай – Мәләүез трассалары тураһында бара. Был юлдар республиканың төп тәбиғәт ҡомартҡыларына, туристик объекттарға һәм йәйге ял итеү урындарына алып бара. Унан тәүлегенә 15 меңгә  яҡын автомобиль үтә.