Мәләүез ҡалаһында йәшәүсе эшҡыуар ғаилә Санкт-Петербургта үткән ун беренсе «Туристик сувенир» Бөтә Рәсәй конкурсында гран-при яулаған. Уларҙың «Башҡортостан ынйылары» 3d-панноһы «Vip Вәкиллек сувенир продукцияһы» номинацияһында иң яҡшыһы тип табылған.
Руслан Ҡорбанғәлиевтың ҡулы ағас менән һөйләшеп эшләй тиерһең. Оҫта ҡулдарҙа ағас киҫәктәре кәрәкле формаға инә. Имәндән сувенир яһау еңелдән түгел. Сөнки ныҡлылығы менән айырылған был ағасты тик тәжрибәле балта оҫтаһы ғына сувенирға әйләндерә ала. Әйтергә кәрәк, тап имән менән эшләү өсөн станок ике йыл элек дәүләттән күрһәтелгән 350 мең һумлыҡ аҡсаға һатып алынған. Һөҙөмтә оҙаҡ көттөрмәгән-ҡиммәтле панно тәүҙә төбәк, артабан ил кимәлендә юғары баһа алған.
Ҡатыны Наталья Старкова ла станокта эшләргә өйрәнеп алған. Ғаилә бизнесына февралдә 11 йыл тула.
Мәләүездәге гаражда урынлашҡан оҫтаханала ағастарҙан эшләнгән әйберҙәр донъяның төрлө мөйөштәренә таралған. Үтәлгән заказдар иҫәбе 4 меңдән аша.
Башҡортостанда һуңғы йылдарҙа һөнәрселәргә ярҙам итеү йүнәлештәре, субсидия булдырылды. Яратҡан шөғөлдө креатив индустрияға әйләндереү заман талабы.
Рәмилә Исмәғилева