Уникаль сувенирҙар һәм эпоксид ыҫмалаһынан үҙенсәлекле паннолар. Уларҙы Өфөлә йәшәүсе рәссам Юлия Сивоконь етештерә. Уның оҫтаханаһында беҙҙең ижади төркәм дә булды. Был хаҡта тулыраҡ киләһе яҙмала.
Юлиә Сивоконь өсөн йыһан ошо панноны хәтерләтә.Уның эштәре үҙенсәлекле булыуы һәм деталдәргә бай булыуы менән айырыла. Оҫтаның ҡулындағы эпоксид ыҫмалаһы сағыу төҫтәр һәм образдар ярҙамында ысын сәнғәт әҫәрҙәре кимәленә күтәрелә.Башта нәфис биҙәүестәрҙән алып күләмле декоратив панноларға материалдар һайлап алына, һуңынан дизайн эшләнә. Артабан ҡабатланмаҫ эксклюзив әйберҙәр тыуа.
Эш процесы нигеҙ әҙерләүҙән башлана Юлия тейешле ҡалыптарҙы һәм һауыттарҙы һайлап алғандан һуң, уларға әкренләп ыҫмала ҡоя.Ҡалыптарға ҡоро сәскәләр, ҡабырсаҡтар, ағас киҫәктәре һәм башҡа декоратив элементтар өҫтәлә. Артабан уларға ыҫмала ҡушыла, визуаль эффекттар һәм текстуралар менән байытыла.Изделиеларҙы полимерлаштырыу предметты нығыта һәм оҙаҡ хеҙмәт итеүенә булышлыҡ итә
Оҫта рәссам деталдәргә һәм башҡарыу сифатына ла иғтибарлы. Уның һәр бер эше-тырышлыҡ һәм ижади ҡараш һөҙөмтәһе. Юлиә ижад иткән паннолар һәм сувенирҙар интерьерҙы биҙәүҙән тыш, уларҙың хужаларына илһам сығанағы ла булып тора. Юлия Сивокондың эштәре Башҡортостан сиктәрен үтеп, сит илдәрҙә лә үҙ баһалаусыһын тапҡан. Уның уникаль ижад емештәрен абруйлы күргәҙмәләрҙә һәм сәнғәт һөйөүселәр коллекцияларында осратырға мөмкин. Юлия ирешелгәндәр менән туҡталып ҡалмай, оҫталығын камиллаштырыуҙы, яңы идеяларҙы тормошҡа ашырыуын дауам итә.
Гүзәл Борханова