Яңы йылда яңы мәктәпкә. Өфө районының Шмидтов ауылында 640 урынға иҫәпләнгән мәғариф үҙәге сафҡа инде. Бер ҡыйыҡ аҫтында ике йөҙ сабый һыйҙырышлы балалар баҡсаһы ла бар. Белем усағы Рәсәй Геройы Илдар Суфияров исемен йөрөтәсәк. Уны асыуҙа Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров һәм яугирҙың ғаиләһе, туғандары ҡатнашты.
Шмидтов ауылы «беренселәре» күңелендә тәү тапҡыр мәктәпкә барған көн ике дата менән һаҡланасаҡ. Яңы уҡыу миҙгеле һәм яңы йыл менән. Беренсе сентябрь улар уҡырға Шамонин ауылына барһа, ә ҡышҡы каникулдан һуң өр яңынан төҙөлгән үҙ мәктәбенә килде.
Яңы мәктәп барлыҡҡа килеүе йылдам үҫешкән ауыл өсөн күптән көтөлгән ваҡиға. Быға тиклем балалар күрше Шамонин ауылына йөрөп уҡыған. Хәҙер белем усағы яҡында ғына һәм иң мөһиме заманса йыһазландырылған.
Сенсор таҡталар был мәктәп өсөн яңылыҡ түгел. Бында кибер технологияларҙан алып креатив индустрияларға тиклем уҡытасаҡтар.
Белем биреү үҙәгенең Рәсәй Геройы Илдар Суфияровтың исемен йөрөтөүе лә абруй өҫтәй. Бында балаларҙа илһөйәрлек тәрбиәләүгә лә етди иғтибар бүленәсәк.
Белем биреү үҙәгендә Илдар Суфияровтың музейы ла эшләйәсәк. Рәсәй Геройының ғаиләһе унда яугирҙың шәхси әйберҙәрен тапшырҙы.
Тап ошо ябай ғына көндәлек әйберҙәр киләсәктә лайыҡлы ил һаҡсылары, алдынғы ҡарашлы инженерҙар, табиптар, төҙөүселәр, ялан батырҙары тәрбиәләргә ярҙам итәсәк.
Ф.Монасипов