Һеләүһендең бәлиғ булмаған балаға ташланыу осрағы буйынса тәфтиш комитеты енәйәт эше ҡуҙғатҡан

Ғәҙәттән тыш хәл Благовещен районындағы спорт лагерында теркәлгән. Ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса, ҡырағай бесәй биләмәгә яҡындағы урмандан килеүе ихтимал. Һеләүһенде аулау һәм ҡазаға тарыусыға тейешле ярҙам күрһәтеү өсөн урынға дәүләт һунар инспекторы, ветеринар, медицина хеҙмәткәрҙәре, ҡырағай хайуандарҙы ребилитациялау үҙәге вәкилдәре килгән. Бер аҙҙан һеләүһен үлә. Белгестәр уның ҡотороу ауырыуы ихтималлығын фаразлай. Шулай ҙа тәүге лаборатория тикшеренеүҙәре кире һөҙөмтә күрһәткән. Аныҡ диагноз 30 көн эсендә билдәле буласаҡ. Балаға килгәндә, ҡыҙға уколдар яһалған, ул табиптар күҙәтеүендә.